Туган тел


2 класс өсөн «Туған телдән» эш программаһы

Бөтәһе-102 сәғәт

I.Баш һүҙ .

Бала үҙ телендә һөйләшә,фекер йөрөтә,уның аша кешеләр араһындағы мөнәсәбәттең иң ҡатмарлы донъяһына үтеп инә,тәбиғәт,йәмғиәт һәм сәйәси күренештәрҙе танып белә,улар хаҡында тәүге төшөнсәләрҙе үҙләштерә.Туған тел балаға туранан-тура йоғонто яһай: туған телдә әйтелгән һүҙ уны шатландыра,көйөндөрә һәм төрлө бәхәстәргә тарта ала.Туған телде өйрәтеү уҡыусының үҙ аллыфекер йөрөтөү һәләтен, һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереүҙе,байытыуҙы,камиллаштырыуҙы,баланың үҙен шәхес итеп үҫтереүҙе,формалаштырыуҙы күҙаллай.

Мәктәптә туған тел махсус предмет булараҡ өйрәнелә.Башланғыс мәктәптә уҡыусылар туған тел аша ысынбарлыҡты танып белә,кешеләр араһындағы,йәмғиәттәге мөнәсәбәттәрҙе,үҙен уратып алған донъяны өйрәнә,щәхес булараҡ үҫешә.Тик үҙ телең генә ата-бабаларыңдың үткәнен белергә,киләсәккә өмөт-хыялдарын яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә.Ошоларға ирешмәйенсә тороп,телеңдең,милләтеңдең киләсәген күҙаллау мөмкин түгелдер.Шуға ла туған телде бөтә нескәлектәре менән өйрәнеү,белеү мотлаҡ.

II.Уҡыу дәрестәренең маҡсаты һәм бурыстары.

Башланғыс кластарҙа туған тел дәрестәрендә телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәренә лә ( һөйләү, тыңлау, уҡыу,яҙыу ) өйрәтеү маҡсатлы рәүештәҡыҙыу темта бара.

Уҡыу дәрестәренең төп маҡсаты — китап уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу, уҡыу техникаһын камиллаштырыу, балаларҙы китап уҡырға ылыҡтырыу, һөйләү һәм аралашыу телмәрен үҫтереү, үҙ аллы ижад итеүгә мөмкинселектәр, шарттар булдырыу.

Был мөһим бурыстар программаға индерелгән материалдар, донъя һәм башҡорт әҙәбиәтенән һайланып,художестволы һәм фәнни- популяр текстар,шулай уҡ халыҡ ижады әҫәрҙәре ярҙамында ғәмәлгә ашырыла.Программа «Уҡыу тематикаһы һәм текст өҫтөндә эш» , «Ятлау өсөн әҫәрҙәр»,»Уҡыу техникаһы һәм белем күнекмәләренә төп талаптар»,»Кластан тыш уҡыу» бүлектәренән тора.

III.Текст һәм бәйләнешле телмәр өҫтөндә эш

Китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм системалы уҡыу күнекмәһе балыҡҡа килтереү ҙур тырышлыҡ, психологик һәм педагогик оҫталыҡ талап итә.Тейешле кимәлдә уҡыу техникаһын үҙләштергән һәм китап уҡыу күнекмәһенә эйә булған балағамәғлүмәтле булыу мөмкинлектәре асыла.бала тирә-яҡ донъяны, үҙен уратып алған мөхитте,тәбиғәт күренештәрен.хатта кеше психологияһын һәм кешеләр араһындағы мөнәсәбәтте.йәғни тормошто китап.гәзит журналдарҙан һәм башҡа заман мәғлүмәт саралары ярҙамында өйрәнә.

Программа етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәһеформалаштырыуға йүнәлтелгән: 1 -се класта туған тел дәрестәрендә һүҙҙәрҙе һөйләмдә интонацион бәйләп уҡыу (ҡысҡырып уҡыу),уҡыу етеҙлеген үҫтереү (шымыраҡ уҡыуға күсеү,йыл аҙағына бышылдап уҡыу) өйрәнәләр.Етеҙ уҡыу,уҡыу техникаһын камиллаштырыу өҫтөндә системалы эш алып барыла.Һәр дәрестә текстың йөкмәткеһен үҙләштереү һәм уның төп идея тематикаһын асыҡлау өҫтөндә ентекле эш ойошторола.Бала тормош тәжрибәһенән сығып.теге йәки был хәл-ваҡиғаға,күренешкә,кешенең холоҡ-фиғеленә үҙ фекерен белдерә.Әҫәрҙәге ситуация, хәл-ваҡиғаларҙы ентекле анализлап, етди дәлилдәр килтереп, балалар дөрөҫлөктө иҫбатларға тырыша.Был осраҡта ҡыҙыу бәхәс тыуа.Бындай ситуациялар файҙалы әңгәмәләшеү,эшлекле һөйләшеүгә әйләнергә тейеш.

Уҡыу техникаһының иң юғары нөктәһе-тасуири уҡыу.Тасуири уҡыған уҡыусы һәр образдың эшләгән эштәрен,уй-фекерҙәрен,кисерештәрен үҙ йөрәге,күңеле аша үткәреп,хистәр тулҡынында еткереүсе булып тора.Бала дәрес аҙағына тексты тасуири уҡый алһа-был уның дәрестәге иң юғары ҡаҙанышы тип баһаларға кәрәк.

IV.Уҡыу тематикаһы, төп темалар һәм бәйләнешле телмәр үҫтереү.

Уҡыу материалы тирә-йүндәге ысынбарлыҡтың белем һәм тәрбиә биреү йәһәтенән мөһим яҡтарын үҙ эсенә ала,баланы әҙәби һәм фәнни-популяр мәҡәләләрҙәге,әҫәрҙәге тема менән таныштыра.

Программаға ингән уҡыу өсөн бирелгән текстар күләме яғынан яйлап үҫә барыу тәртибендә бирелгән,баланың психик һәм физик үҫешен иҫәпкә алып һайлап алынған.

2-се класта халыҡ ижадын өйрәнеүгә ҙур урын бирелә.Программала 1 сентябрь-Белем байрамына бағышланған материалдарҙан һуң,фольклор жанрҙарын өйрәнеү ҡаралған.Шиғыр уҡыу,тыңлау һәм уны тасуири уҡырға өйрәтеү,яттан һөйләү күнекмәләре өҫтөндә эшләүгә лә сәғәттәр бүленгән.Тәбиғәтте күҙәтеү,уны һаҡлау, ишәйтеү проблемаларына һәм шулай уҡ әҙәп,әхлаҡ,мәҙәниле аралашыу,хеҙмәт һәм тыуған ер,ил мәсьәләләренә бағышланған әҫәрҙәрҙе өйрәнеүгә лә программала тейешле урын бирелгән.

V.Кластан тыш уҡыу.

Башланғыс кластарҙа әҙәбиәт менән таныштырыу кластан тыш уҡыу дәрестәрендә дауам итә.Кластан тыш уҡыу шулай уҡ балаға тәрбиә биреү һәм шәхес -ҫтере- сараһы итеп ҡарала.Кластан тыш уҡыуҙың маҡсаты-уҡыусыларҙы хәҙерге көндәге балалар әҙәбиәте менән һәр яҡлап таныштырыу,китапҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм үҙ аллы даими уҡыу күнекмәһе булдырыу.

Уҡытыусы ярҙамында балалар республикала сыҡҡан»Йәншишмә»гәзите,»Аҡбуҙат»,»Аманат «журналдары менән танышып,даими уҡып баралар.

VI.Һүҙҙәр менән эш.

Уҡыусыларҙы дөрөҫ һөйләргә,аныҡ һәм тасуири уҡырға.һүҙҙе урынлы ҡулланырға өйрәтеү,уларҙың һүҙ байлығын арттырыу,һүҙбәйләнештәр,фразеологик берәмектәр,һөйләм,бәйләнешле телмәр өҫтөндә эш уҡыу дәрестәрнең төп йөкмәткеһен тәшкил итә.

Башланғыс кластарҙа әҙәби һәм фәнни- публицистик әҫәрҙәрҙе уҡыу,уныү телен үҙләштереү,аңлата белеү,телмәрҙә ҡуллан алыу айырыуса мөһим.Шунлыҡтан һәр класҡа бирелгән һүҙҙәр,һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү буйынса дауамлы һәм системалыэшләү талап ителә.

Тел күнекмәләре араһында һүҙлек эше,һөйләмдәр,ябай хикәйәләр төҙөү,уҡығанды дөрөҫ итеп һөйләү ҙур әһәмиәткә эйә.Шуға ла тексты уҡыу алдынан йәки уҡытыусының тәүге ҡат уҡыуынан һуң,ундағы яңы һүҙҙәр,фразалар,һөйләмдәр аңлатыла,һүҙлек эше үткәрелә.Әҫәрҙе өлөшләп,һайлап, ролләп ,сылбыр буйынса уҡыу,йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү,әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләү кеүек эштәр башҡарғанда ла һүлек эше иғтибар үҙәгендә тора.

V.Уҡыу техникаһы.

Тексты дөрөҫ,аңлы,тасуири итеп,тулы һүҙҙәр менән ҡысҡырып минутына 35-45 һүҙ уҡыу.Эстән уҡығанда минутына 45-65 һүҙ уҡыу.

VI.Уҡыу йылы аҙағына 2-се класс уҡыусыларының

әҙерлек кимәленә талаптар:

Уҡыусы:

— текслы тулы һүҙҙәр менән аңлап,ҡысҡырып уҡый белергә;

— тексты эстән аңлап уҡый белергә;

— текстан тейешле өҙөктө таба белергә;

— тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлә белергә һәм исемләй белергә;

— әҫәрҙәге төп фекерҙе билдәләй белергә;

— тексты ентекләп һөйләй белергә;

— текстағы күренештәргә,хәл- ваҡиғаларға,геройҙарҙың фиғел-ҡылыҡтарына ҡарашыңды,уй,хис -тойғоларыңды интонация ярҙамында күрһәтеп,тасуири уҡый белергә;

— 5-6 шиғырҙы яттан һөйләй белергә:

— күрһәтелгән әхлаҡи төшөнсәләргә эйә булырға тейеш:

— тыуған ер именлеге,йәнтөйәк ҡәҙере һәм уны һаҡлау;

— атай-әсәйгә,яҡын кешеләргә ихтирам һәм һөйөү,улар тураһында ҡайғыртыу;

— кешелеклек сифаттары.






See also:
Яндекс.Метрика